Баш ҡалала тәүге тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы тапшырылды

Махсус хәрби операцияға ярҙам итеүгә ҙур өлөш индергән шәхестәргә бирелеүсе миҙал Радий Хәбиров указына ярашлы апрель айында ғына барлыҡҡа килде. Бөгөн награданы ҡораллы бәрелештең тәүге көндәренән алып яугирҙарға, Донбасс халҡына ярҙам итеүселәр алды. Асыҡ һауала үткән тантананан Айнур Кәбиров репортажы.

Тап ошолай,гөлләмә шикелле, күҙ алдына баҫа Башҡортостан халҡы. Көләс йөҙлө, асыҡ күңелле, күп милләтле, мәрхәмәтле,ә иң мөһиме рәхмәтле. Һәм бөгөн ул ысын күңелдән оло рәхмәтен белдерә. Ауыр ваҡытта терәк булғандар, ярҙам ҡулын һуҙғандар, кеше яҙмышына битараф ҡалмағандарға.

Улар оҙатҡан ағастарҙан тотош бер ҡала төҙөргә мөмкин, тине Радий Хәбиров махсус хәрби операцияға ағас материалдары ебәреүселәр тураһында. Ысынында ла шулай, ләкин ҡалалар ер аҫтында төҙөлдө. Нығытмалар, блиндаждар, окоптар. «Илеш урманы» предприятиеһы етәксеһе Фидрат Яҡупов фронтҡа оҙатылған кубометрҙар иҫәбен хәтерләмәй ҙә. Хәйер, изге эшкә тотонолған әйберҙе шутламайһың да, ти ул.

Ҡотҡарыусылар, медицина һәм социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре. Уларҙың барыһы ла үҙ йүнәлешендә фронтҡа, яугирҙарға ярҙам күрһәтә. Йылайыр районынан халыҡты социаль яҡлау үҙәге етәксеһе Ғәлиә Солтанова ирекмәндәрҙе туплап тотош бер цех ойошторған. Тәүҙә эске кейемдәр генә текһәләр, хәҙер яугирҙарҙың һорауы буйынса күп төрлө кәрәк-яраҡтар етештерелә.

Уларҙың барыһы ла Херсон, Запорожье, Луганск һәм Донецк юлын яттан белә. Махсус хәрби операцияға ярҙам итеүселәр йыш ҡына үҙҙәре лә яугирҙар янына уҡ барып етә. Һәр әйләнеп ҡайтҡандан һуң ярҙам көсө тағы ла арта.

А.Кәбиров