Башҡортостан менән Абхазия араһында тура авиабәйләнеш булдырылды

Өфөнән Сухумға тура авиарейс. Һуңғы өс йыл эсендә, кисә тәүге тапҡыр Башҡортостанға Абхазиянан осҡан самолет ултырғайны. Бөгөн борт тағы һауаға күтәрелде.

Әлегә рейс пилот режимында эшләй. Был йүнәлеш һорау менән файҙаланһа, авиаташыусы осоштар йышлығын арттырыу мөмкинлеген ҡараясаҡ. Тура рейс ике республика араһында хеҙмәттәшлек нигеҙендә тормошҡа ашырыла һәм үҙ сиратында туризм, эшҡыуарлыҡ һәм башҡа өлкәләрҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, Абхазияла Башҡортостандың туристик офисы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был хаҡта аҙна башында үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдергәйне.

Яңы йүнәлеште тәүгеләрҙән булып 40-ҡа яҡын пассажир һынап ҡараны. Берәүҙәр шифаханаға, икенселәр диңгеҙгә юллана. Рейстар аҙнаһына ике тапҡыр-Сухумдан һәр шаршамбы, ә Өфөнән кесаҙна оса. Сәфәр өс сәғәт ярым дауам итә.

Бик яҡшы һәм уңайлы. Быға тиклем Сочи аша оса торғайныҡ. Унан Сухумға тиклем барып етеү-үҙе бер һынау булды, айырыуса балалар менән. Бормалы текә тау юлдары буйлап үтәһең, ҡурҡыныс. Был рейс тураһында ишетеү менән билет алдым.

Валентина Васюткина