«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы командиры урынбаҫары Республика менән идара итеү үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. «Борус» ҡушаматлы Александр Мельченко әле Өфөлә командировкала. Эш сәфәре барышында ул төбәк етәкселеге һәм яугирҙар менән осрашҡан, 9 майҙа хәрби маршта ҡатнашасаҡ «Башҡортостан» полкы һалдаттарының репетицияһын күҙәткән.
Александр Мельченко үҙе Хакасияла тыуып, аҙаҡ Краснояркийҙа йәшәһә лә, Башҡортостан егеттәре менән бергә хеҙмәт итә, дошманға ҡаршы көрәшә. Сәфәр барышында «Борус» Республика менән идара итеү үҙәгенең эш принциптары, төрлө мәсьәләләрҙе, шул иҫәптән махсус хәрби операция ягирҙары һәм уларҙың яҡындарына ҡағылышлы һорауҙарҙы хәл итеү тәжрибәһе менән танышты. «Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү тылда һуғылған, әле лә шулай. Башҡортостан-көслө һәм иң ярҙам итеүсе төбәк»,-тине Александр Мельченко.
Александр Мельченко менән бергә Республика менән идара итеү үҙәге буйлап экскурсияла меценат Алексей Әсләмов та булды. Ул «Башҡортостан» полкына даими рәүештә гуманитар йөк ташыусыларҙың береһе. Атап әйткәндә, 3д принтер, маскировка селтәрҙәре, пилотһыҙ осоу аппараттары, йәғни хәрбиҙәргә кәрәкле әйберҙәр алып бара. Осрашыу аҙағында ҡунаҡтарға алғы һыҙыҡта төшөрөлгән махсус репортаждарҙан өҙөктәр ҙә күрһәтелде.