Акцияла быйыл 406 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Яҙма эш башланғыс кимәлдә белеүселәр, иркен аралашыусылар һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында аралашыусылар өсөн айырым тәғәйенләнгәйне. Һөҙөмтәләр ойоштороусылар ҡатнашлығында Башҡортостан Хөкүмәте йортонда барланды.
Башҡорт теленән диктант быйыл да йөҙәр мең кешене берләштерҙе. 2015 йылдан алып ойошторолған акция башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған телде өйрәнеүгә киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү һәм тел мәҙәниәтен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Яҙма эш ғәҙәттәгесә, башҡорт телен белеү кимәле буйынса өс йүнәлештә уҙғарылды. Ҡатнашыусыларҙың төп өлөшө белемен офлайн-майҙансыҡтарҙа һынаны.
Акция күптән инде Рәсәй сиктәренән сыҡты. Йылдағыса, диктантты Испания, Германия, Беларусь, Аргентина, Көньяҡ Корея, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм башҡа илдәрҙә йәшәүселәр яҙҙы. Ҡатнашыусыларҙың иң ҙур өлөшө, ғәҙәттәгесә, республикабыҙға тура килде.
Акцияның географияһы йылдан-йыл киңәйә. Быйыл проектҡа тәүге тапҡыр Ҡытай, Румыния һәм Латвия ҡушылды. Был башҡорт теленә һәм мәҙәниәтенә халыҡ-ара ҡыҙыҡһыныуҙың арта барыуын күрһәтә.
«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» төрлө йәштәге һәм һөнәрҙәге кешеләрҙе берләштергән мөһим мәҙәни-мәғариф сараһы булып ҡала. Күптәр өсөн был акцияла ҡатнашыу изге традицияға-ғаилә, студент һәм һөнәри йолаға әүерелде.