Башҡортостан райондарында “Сәләмәтлек” поездары йөрөй

Профилактик сара “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.  Күсмә комплекс табиптары Благовещен районы Осиповка, Иҫке Надеждин, Саннинск, Трошкин, Төрөшлө ауылында булды. Белгестәр 333 халыҡты ҡабул итте. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, шәкәр диабеты һәм юғары ҡан баҫымына бәйле сирлеләр асыҡланған. 12 пациент стационар дауалауға йүнәлтелгән, 21 кеше өҫтәмә тикшеренеүгә ебәрелгән, 2-һендә яман шеш асыҡланған.