Махсус хәрби операция ветерандары кадрҙар проектында белем ала

25 майҙа уҡытыуҙың 4-се этабы башлана. Беренсе модуль былтыр “Патриот” паркында үтте. Лекция һәм тренингтар, власть органдары етәкселәре һәм эксперттар менән осрашыу булды. Һәр ҡатнашыусыға министр, муниципалитет башлығы һәм компания етәкселәре араһынан остаздар беркетелде. Икенсе модуль иҡтисад, өсөсөһө төбәк һәм муниципаль идара итеү, социаль һәм йәштәр сәйәсәте темаһына арналды. 4-се этапта ветерандар заманса технологиялар һәм яһалма зиһен менән эш итергә өйрәнә.