Талпан ҡаҙалып 1400-гә яҡын кеше медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән

Шуларҙың 35 проценттан ашыуы- балалар. Былтыр ошо осорҙа талпандан зыян күреүселәр меңгә күберәк булған. Яҙғы-йәйге осорҙа парктар һәм ял итеү урындары талпандарға ҡаршы препараттар менән эшкәртелә . Был эш санитар ҡанунға ярашлы башҡарыла.