Дүртөйлө районының Өсбүлә ауылында мунса янған. Ҡотҡарыусылар утты һүндергәндә ике ирҙең кәүҙәһен таба. Уларҙың шәхесе асыҡлана. Бөрө районының Питяков ауылында керамзит блогынан эшләнгән төкөтмә янған. Ут һүндерелгәс, бер ҡатындың кәүҙәһе табыла. Ике осраҡ буйынса ла тикшереү башланған, янғын сәбәптәре асыҡлана, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Республика буйынса идаралығынан.