Радий Хәбиров “Башҡортостан” полкына рәхмәт белдерҙе

“Хәрби берләшмә  яугирҙары махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәтә”, - тине ул. Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә полк командиры урынбаҫары Александр Мельченко һәм Мәжит Байдәүләтов, шулай уҡ башлыҡ кәңәшсеһе Алик Камалетдинов ҡатнашты. “Полк ойошторолғандан алып, алғы һыҙыҡта алыша. Бөтә яҡташтарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткерегеҙ, хөрмәтебеҙҙе белдерегеҙ. Барығыҙҙы ла Еңеү менән көтәбеҙ”, - тине офицерҙарға Радий Хәбиров.