Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров «Инвестиция сәғәте»нең сираттағы ултырышында белдерҙе. Ағиҙел ҡалаһы миҫалында унда эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек иткән хакимиәт башлыҡтары урынбаҫарҙары эше тикшерелде.
Ағиҙелдең бизнес-шерифы Эдуард Йосопов йүнселдәр менән эшмәкәрлек итеүҙең яҡынса һөҙөмтәләрен тәҡдим итте. Инвестиция йүнәлешендә 9 проект тамамланған, тағы ла 13-ө әүҙем тормошҡа ашырыла. Былтыр төп капиталға инвестициялар күләме 42,2 процентҡа артҡан. Андрей Назаров бизнес-шерифтың нисек эшләүен тикшереү өсөн ҡалағы йүнселдәрҙең береһенә шылтыратырға ҡушты. Яуап биреүсе муниципалитет вәкиленең эшен юғары баһаланы.