Уҙған тәүлектә республикала сыҡҡан янғындарҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән

Дүртөйлө районы Өсбүлә ауылында мунса янған. Ут 18 квадрат метр майҙанды ялмап алған. Ваҡиға урынында ике ирҙең кәүҙәһе табылған. Шулай уҡ Бөрө районында ла үлемесле янғын теркәлгән. Питяков ауылында керамзит блогынан төҙөлөш объекты янып киткән. Ҡотҡарыусылар янған ҡаралтыларҙы һүткәндә ҡатын кешенең кәүҙәһен тапҡан. Ике осраҡ буйынса ла тикшереү ойошторолған.