Башҡортостанда быйыл 150 йәмәғәт биләмәһе яңыртыла

Эштәр “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Премьер-министр Андрей Назаров депутаттар алдында телмәр тотто. Ул  хөкүмәт эшмәкәрлеге буйынса отчет менән сығыш яһаны. “Республикала уҙған йылда  69 тораҡ пунктта 100 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 1 миллиард 1 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителде”, - тине Андрей Назаров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Халыҡ төҙөкләндереләсәк биләмәләрҙе һайлай ала. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы буйынса фекер белешеү бара. Иң күп тауыш йыйған проекттарға федераль аҡса бүленә.