Салауат Юлаев һәйкәлендә 1 мең ярымға яҡын етешһеҙлек табылған

Әлегә архитектура ҡоролмаһының торошон баһалау тулыһынса тамамланмаған. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса һәйкәлдең 60-70 проценты сафтан сыҡҡан. Ат скульптураһының башы ныҡ зыян күргән. Суйын материалда тишектәр, ярыҡтар барлыҡҡа килгән. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Монумент әлеге йөҙөн тулыһынса һаҡларға тейеш”, - ти  үҙе лә ошо өлкәлә эшләгән Рафаэль Зинуров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Реставраторҙар һәйкәлде механик һәм химик таҙартыуҙы тамамлаған, уның торошон баһалап, 22 майға тиклем составы билдәләнергә тейеш. Йәмәғәт контроле эш барышын, сифатын тулыһынса күҙәтеп бара.