Нуриман районында Еңеүгә арналған «Хәтерҙә ҡалһын өсөн» спектакле сәхнәләштерелде

Йәшәү менән үлем араһындағы уйҙар. Красная Горка ауылының Пионерҙар һәм балалар йорто «Хәтерҙә ҡалһын өсөн» спектаклен сәхнәләштерҙе. Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына арналған постановкала ижади берекмә бөгөнгө йәш быуындың проблемаларын күтәрә һәм уларҙы һуғыш йылдары менән сағыштырып күрһәтә. Хәҙерге йәштәрҙе гаджет, хайп, крипта кеүек төшөнсәләр уратып алһа, уларҙың тиҫтерҙәре аслыҡ, яланғаслыҡ һәм хәйерселек заманында йәшәй.

«Нуриман театры» ижади берекмәһе ағзаларын премьера менән ҡотларға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар килде. Бөгөн улар яраланғандан һуң реабилитация үтә. Билет һатыуҙан йыйылған аҡса Ватан һаҡсыларына еңеүҙе яҡынайтыу өсөн йүнәлтелә.