Башҡортостан аграрийҙары ярты миллион гектар самаһы яҙғы культуралар сәскән. Был планға ҡарата 25 проценттан ашыу.
Шаран районында яуаплы кампанияға старт апрель аҙағында бирелгән, тәүгеләрҙән булып баҫыуға Рәмил Иҙиәтуллин һәм Игорь Фәйзуллиндарҙың фермер хужалыҡтары сыҡҡан. Быйыл урындағы аграрийҙарға 47 мең гектарҙан ашыу майҙанда иген, шәкәр сөгөлдөрө һәм майлы культуралар сәсеү бурысы тора. Төбәктең бар хужалыҡтары ла сифатлы орлоҡ, минераль ашлама һәм яғыулыҡ-майлау материалдары менән етерлек күләмдә тәьмин ителгән.
«Үҙәк» МТС-ының Туймазы филиалы яҙғы баҫыу эштәренә алты берәмек техника йәлеп иткән. Хужалыҡта ике тапҡыр туҡланыу ойошторолған. Бер гектарға 30 килограмм минераль ашлама индерелә. Һауа торошо уңай килгәндә ауыл хеҙмәтсәндәре эштәрҙе ике-өс аҙна эсендә теүәлләргә ниәтләй.