Өфөлә Еңеү көнө тантаналары Совет майҙанында башланды

Башҡортостанда Еңеүҙең 81 йыллығы уңайынан байрам саралары үтә. Өфөлә тантаналарҙың рәсми өлөшө Совет майҙанында башланды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалып Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алды. Сарала ветерандар, хәрби хәрәкәттәр яугирҙары һәм ҡунаҡтар ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова дауам итә. 

Оло хөрмәт һәм рәхмәт хистәре менән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә гөлләмәһе һалды. 1942 йылдың 25 мартында тап Совет майҙанынан тантаналы рәүештә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын оҙатыла. Легендар комдив республика етәкселегенә яугирҙарҙың фронтҡа китергә әҙер булыуы тураһында рапорт бирә.

Радий Хәбиров башланғысы менән ике йыл элек тарихи урында Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды. Бөгөн батырлыҡ символы баш ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының яратҡан урындарының береһенә әйләнгән.

Бөйөк Еңеүҙең 81-се йыллығына арналған тантаналар илдең бөтә төбәктәрендә, республиканың һәр район-ҡалаһында үтә. Был көн һәр ғаилә өсөн ҡәҙерле һәм әһәмиәтле. Баш ҡалала байрам сараларының Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле алдында башланыуы тарихи күҙлектән үҙенсәлекле һәм иҫтәлекле ваҡиға булып Еңеү йылъяҙмаһына яҙылды.

Бөгөн Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы 58 ветеран иҫән. Уларҙың барыһына ла йөҙ йәш самаһы. Еңеү көнө уңайынан уларҙың йорттары алдында шәхси парадтар ойошторолдо, рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырылды.

Ф.Миһранова