Башҡортостан «Үлемһеҙ полк» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Быйыл сара онлайн форматта үтә. Яу һәм тыл ҡаһармандарының фотоһүрәттәре административ биналарҙың, йорттарҙың стеналарын, тәҙрәләрен биҙәй, шәхси сәхифәләрҙә ҡуйыла. Ә онлайн «Үлемһеҙ полк» бөгөн акцияның сайтында, телевизон каналдарҙа, медиаэкрандарҙа, социаль селтәрҙәрҙә үтте. Күләмле сараға БСТ каналы ла ҡушылды. «Яңылыҡтар» редакцияһының геройҙары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Булат Мәғҙәнов «Яңылыҡтар» хеҙмәте видеоинженеры, заман технологияларын биш бармағы һымаҡ белә. Ул бер ҡаршылыҡһыҙ быуаттар аша сәйәхәт итә, тарихҡа ла ҡайтып әйләнә, киләсәккә лә барып килә. Бөйөк Еңеү байрамына Булат нейроселтәр ярҙамында олатаһының боронғо фотоһүрәттәрен йәнләндерә.

Быйыл илебеҙ халҡы Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығын билдәләй. Дәһшәтле йылдар тарих төпкөлөнә күсә бара, әммә хәтер -мәңгелек. Беҙгә тыныс тормош бүләк иткән яу һәм тыл ҡаһармандары һәр ғаиләнең тарихында йәшәй. Һуғыш михнәттәре тураһындағы хәтирәләр быуындан-быуынға тапшырыла, ә ветерандар һәр осорҙа ла Ватанға һөйөү, тоғролоҡ, илһөйәрлек өлгөһө булып ҡала.

Илебеҙгә тыныс тормош бүләк иткән Еңеү һалдаттарының сафы кәмей, быйыл республикала Еңеү яҙын 58 ветеран ҡаршы ала. Йылдар үткән һайын беҙ был датаның әһәмиәтен нығыраҡ аңлайбыҙ һәм батырҙарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ. «Үлемһеҙ полк» акцияһының төрлө быуын кешеләрен берләштереүе шуға асыҡ миҫал.

«Үлемһеҙ полк» быйыл онлайн рәүештә үтә, был формат пандемия осоронда ла ҡулланылғайны. Теркәү 23 апрелдән 6 майға тиклем барҙы. Ҡабул ителгән фотоһүрәттәр сафтарға теҙелеп бөгөн акцияның сайтында, телевизон каналдарҙа, медиаэкрандарҙа, социаль селтәрҙәрҙә үтте. Өфөнән Гүзәл Ғәлимова әле дауаханала ята, онлайн формат байрамда ҡатнаша алмағандар өсөн бик уңайлы. Ҡайным һуғыш, ҡәйнәм тыл ветераны ине, улар беҙгә Еңеү парадын ҡалдырмаҫҡа ҡушты, ти Гүзәл ханым.

Үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан яугирҙар, аслыҡ-яланғыслыҡты кисергән тыл хеҙмәтсәндәре. Еңеү көнөндә улар бөтәһе лә бер сафта, үлемһеҙ полкта. Был сафтар өсөн дошмандар ҙа, бөгөнгө һымаҡ тәбиғәт дауылы ла ҡурҡыныс түгел. Сөнки халыҡ хәтер өсөн сик тә, бик тә, кәртә лә юҡ, ул мәңгелек.

Быйыл «Үлемһеҙ полк» акцияһы онлайн рәүештә үтә, әммә ойоштороу форматы үҙгәреү был сараның мәғәнәһе, асылын, әһәмиәтен кәмемәй. Һуғыш еле һәр ғаиләгә ҡағыла, һәр ғаиләнең үҙенең геройҙары бар.Шуға күрә Еңеү һалдаттары тәү сиратта беҙҙең хәтерҙә, йөрәктә, күңелдә йәшәй. Шиғыр-йырҙар булып яңғырай, әҙәби әҫәрҙәр, фильмдар нигеҙенә ята, һәйкәлдәр булып ҡалҡа, фотолары беҙҙең күкрәктәрҙә балҡый. Минең значогымда олатайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхәмәтғәле Кәримов.

Р.Кәримова