Башҡортостан райондарында Еңеү көнө киң билдәләнде

Башҡортостандың бөтә район-ҡалаларында Еңеү көнө айҡанлы тантаналы митингтар үтте. Саҡмағошта ла йәмәғәтселек һуғыш һәм тыл ветерандарын байрам менән ҡотлап, яу яландарынан әйләнеп ҡайтмаған һалдаттарҙы иҫкә алды. Урындағы халыҡ хәтер обелискыһына сәскә гөлләмәләре һалды, һуғыш ҡорбандары хөрмәтенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Байрам көнөндә Еңеү паркында илһөйәрлек күргәҙмәһе ойоштролдо, урындағы һәүәҫкәр артистар, мәктәп уҡыусылары концерт программаһы менән сығыш яһаны.

Әлшәй районында ла Еңеү көнөндә урындағы халыҡ күпләп ҡатнашты. Үҙәк майҙанда ойошторолған сағыу концерт ауылдаштарҙы, ҡунаҡтарҙы берләштерҙе. Илһөйәрлек сараһына улар олатай-өләсәйҙәренең портреттары менән килде. Бай йөкмәткеле тарихи- мәҙәни программа кискә тиклем дауам итте.

Хәйбулла районында парадты Бүребай ауылы мәктәбе уҡыусылары асты. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп отрядтары, студенттар һәм хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары тигеҙ сафта ғорур марш менән үтте. Сарала ҡатнашыусылар «Еңеү һалдаты» һәйкәленә сәскәләр ҙә һалды. Бөгөнгө митингтың иң хөрмәтле ҡунағы-Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Юламанов. Еңеү байрамына махсус хәрби операция яугирҙары, уларҙың әсәләре, ҡатындары, һуғыш балалары саҡырылды.