Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда һауа торошо боҙолоуы тураһында хәбәр итә

Ямғыр яуыуы, йәшен һәм елдең секундына 17 метрға тиклем етеүе фаразлана. Төндә ҡырау төшөүе ихтимал, шуға ла баҡсасыларҙы асыҡ һауалағы үҫемлектәрҙе йәшереү яҡшыраҡ тип иҫкәртәләр. Уҙған төндә Белорет районы Үткәл ауылындағы ҙур булмаған һыу ятҡылығы һәм автомобиль тәҙрәләре боҙ менән ҡапланған. Белгестәр майҙа ҡырау төшөүе республиканың тау-урман зонаһы өсөн һирәк күренеш түгеллеген иҫкә төшөрә һәм халыҡты һауа торошона иғтибарлы булырға саҡыра.