Әбйәлил районында яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексына нигеҙ һалынды

Заманса объект Михайловка ауылында төҙөлә башланы, ул яңы уҡыу йылына ишектәрен асырға тейеш. Спорт залында уҡыусылар ғына түгел, өлкәндәр ҙә шөғөлләнә аласаҡ. Күләмле һәм көтөлгән төҙөлөш тураһында беҙҙең киләһе репортаж.

Ауыл тормошона яңы һулыш өргән һәм спорт еңеүҙәренә нигеҙ һалған фундамент. Был төҙөлөштө Михайловка халҡы йылдар дауамында көтөп алған, шуға күрә олоһоноң да, кесеһенең дә ҡыуанысын аңларға мөмкин. Михайловка уҡыусылары оҙайлы ваҡыт авария хәлендәге спорт залында шөғөлләнгән, ә һуңғы дүрт йыл инде ул бөтөнләй ябыҡ тора. Ә физкультура дәрестәре коридорҙа йәйелгән маттар өҫтөндә үтә. Михайловкалар үҙәҙрен борсоған проблема менән Башҡортостан башлығына мөрәжәғәт итә. Тура бәйләнешкә сығыу спорт объектынның яҙмышын ыңғай хәл итә. Боҙ урынынан ҡуҙғала.

Михайловкала физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөү бурысын «Салауат» компанияһы һәм уның партнеры «Рус баҡыр компанияһы» холдингы үҙ өҫтөнә ала. Улар спорт залының торошон өйрәнгәндән һуң яңы объект төҙөргә хәл итә. Заманса бина мәктәп янында һалына, ә элеккеһе тамаша залы итеп үҙгәртеләсәк.

Төҙөлөштө Рус баҡыр компанияһының хәйриә фонды финанслай. Майҙанда тәүге эштәр башланған да инде. Яңы физкультура -һауыҡтырыу комплексы спорт ҡоролмаһы ғына түгел, Михайловка ауылының йөҙөн билдәләгән объект булыр тип көтөлә. Бында балалар ҙа, өлкәндәр ҙә шөғөлләнә ала. Ошоға тиклем михайловкалар район үҙәгендәге йәки Магнитогорск ҡалаһындағы спорт учреждениеларына йөрөгән. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы кәрәк, ауыл ҙур, йәш ғаиләләр, балалар күп, ти михайловкалар.

Спорт объектының нигеҙ ташын һалыу алдынан хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды. Төбәктең тормошона яңы һулыш өргән тарихи документҡа Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев, Рус баҡыр компанияһының Хәйриә фонды етәксеһе Мария Горшкова, «Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев һәм «Урал төҙөлөш менән идара итеү» подряд ойошмаһы директоры Станислав Тарасюк ҡул ҡуйҙы.

Физкультура-һауыҡтырыу комплексынның нигеҙ ташына киләсәк өсөн капсула ла һалынды. Хужалар әйтеүенсә, уны киләсәккә хат йәки олимпиадаға билет, тип атарға мөмкин. Ике тиҫтә йылдан һуң уны Михайловкала тәүге аҙымдарын яһаған чемпиондар асыр тип көтөлә. Сөнки ауылда спорт менән ҡыҙыҡһынған һәм юғары уңыштарға өлгәшкән балалар күп. Заманса шарттар тыуҙырыу уларҙы яңы ҡаҙаныштарға этәрәсәк.

Физкультура-һауыҡтырыу комплексын киләһе уҡыу йылына файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Йәғни төҙөлөш техникаһы тауышын балаларҙың шат тауыштары алмаштырасаҡ. Хужалар яңы объекттың тарихи йылъяҙмаһы ла спорт еңеүҙәренә бай булыр тип көтә.

Рәмзиә Кәримова