Ейәнсура районында махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау әҙерләнгән. Маскировка селтәрҙәре, дронға ҡаршы япма һәм носилкалар яугирҙар һорауы буйынса тупланған. Ирекмәндәрҙең тылдағы хеҙмәте тураһында киләһе яҙмала.
Дронға ҡаршы япманы носилка итеп тә ҡулланырға мөмкин. Уның ярҙамында дошман утынан һаҡланырға ла, яраланған яугирҙарҙы эвакуацияларға ла мөмкин. Еңел япмаға ихтыяж зур, ул алғы һыҙыҡтағыларҙың һорауы буйынса тегелә. Ейәнсура районы ирекмәндәре маскировка халаты ла оҙатмаҡсы.
Махсус хәрби операция башланыу менән локаль бәрелештәр ветераны Ғаяз Ҡолоев ирекмәндәр хәрәкәтен ойоштороп, район халҡын берләштерә, бер нисә ауылда ойошманың филиалы ла асыла. Хәрәкәткә ярҙам итеүселәр көндән-көн арта.
Ирекмәндәр араһында төрлө быуын вәкилдәре. Уларҙың һәр кеме Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә. Араларында махсус хәрби операция яугирҙарының яҡындары ла бар.
Гуманитар ярҙамды ирекмәндәр күп осраҡта алғы һыҙыҡҡа үҙҙәре оҙатып бара, шулай уҡ маскировка селтәрҙәре, дронға ҡаршы япмалар ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташ яугирҙар аша ла ебәрелә. Күңел йылыһы һалып башҡарылған әйберҙәр алғы һыҙыҡтағыларға тыуған яҡ сәләме булып барып етә.
Гөлназ Хәйбуллина