Эҙәрмәндәр отряды вәкилдәре Башҡортостандан фашист илбаҫарҙары менән көрәшкән 7 совет яугирының шәхси әйберҙәрен, һалдат медальондарын тапҡан. Уларҙы яҡташтарыбыҙҙың туғандарына республика етәксеһе Радий Хәбиров тапшырҙы. Әхтәм Субаев-Тверь өлкәһендә туғандар ҡәберлегендә ерләнгән, уның шәхси әйберен, үҙ ҡулдары менән яҙған хаты туғаны Илдар Сәғитовҡа бирелде. Ә Ҡариҙел районынан Ихсан Йосопов быға тиклем хәбәрһеҙ юғалған булып һанала, уның медальоны ейәнсәре Гүзәлиә Тимершинаға тапшырылды.
Эҙәрмәндәр үҙҙәренең изге эшен дауам итә. Күптән түгел Волгоградта тағы ла совет һалдаттарын табалар. Медальон ярҙамында береһенең шәхесен асыҡлайҙар. Ҡыҙылармеец Өфө егете-Прокофьев Григорий Васильевич. Уның әйберҙәрен тапшырыу өсөн эҙәрмәндәр 1942 йылда хәбәрһеҙ юғалған һалдаттың туғандарын эҙләй.