Быйылғы байрам сараһында 65 йәшкә тиклемге 4 тиҫтәнән ашыу ир-егет ҡатнашҡан. Яңы Байрамғолда башланған һыбайлы парад ике ҡитғаны-Европа менән Азияны тоташтырған күперҙән үтә һәм Уральск ҡасабаһына тиклем бара. Тантаналы колонна менән ауыл урамдары буйлап та үтә. Уральск мәсетендә парадта ҡатнашыусылар ҡорбан ашынпан ауыҙ итә.