Республика колледждары студенттары араһында ойошторолған ярышта 8 команда көс һынаша. Улар урындағы бәйгелә еңеү яулап республика кимәлендә һынау тота. Еңеүсе команда Волга буйы федераль округында үтәсәк уйындарҙа ҡатнашасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Тигеҙ сафта марш менән Кушнаренко күп профилле колледж студенттары Зарница уйындарына әҙерлеген күрһәтә. Ярыштың зональ этабында еңеү яулаған команда ағзалары республика бәйгеһенә зирәклек, етеҙлек, дисциплина, тәртип һәм башҡа күрһәткестәр буйынса әҙерләнгән. Йәштәр автоматты һүтеп-йыйыу, беренсе ярҙам күрһәтеү, эстафета кеүек этаптарҙа үҙҙәрен һынап ҡараны.
Патриот хәрби илһөйәрлек паркында ойошторолған Зарница уйындарында 8 команда көс һынашты. Мәртәбәле ярышта Күмертау, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Өфө, Сибай, Кушнаренко, Бәләбәй һәм Юлдыбай колледждары студенттары ҡатнашты. Хәрби-спорт уйыны-йәштәрҙе рухи һәм физик яҡтан сыныҡтырыу, патриотик рухта тәрбиәләү, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау маҡсатында ойошторолдо.
Хәрби-патриотик уйында шулай уҡ танкка граната ырғытыу, тиҙлеккә йүгереү, санитар ярҙам күрһәтеү кеүек этаптар ҡаралған. Зарница бөтәһе 16 ярыш төрөн үҙ эсенә ала. Өс көн дауам итәсәк бәйгелә йәштәр үҙҙәрен физик яҡтан һынап ҡарауҙан тыш яңы дуҫтар таба, рухи көс туплай.
Ф.Миһранова