Ял базаһы инфраструктураны үҫтереүгә дәүләт ярҙамы алды
«Грудева усадьбаһы» ял базаһы архитектура ҡомартҡыһы һәм мәҙәни мираҫ булараҡ Ҡыҙыл Үреш ауылындағы элекке Груздеевтар ғаиләһенең сауҙагәрҙәр усадьбаһы биләмәһендә урынлашҡан. «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты буйынса субсидиялар күләме 17,5 миллион һум тәшкил итте. Ә инвестицияларҙың дөйөм күләме - 37,9 миллион һумдан ашты. Инвестициялар 36 урынлыҡ алты модулле йорт төҙөүгә, санитар блоклы һыу инеү урынын төҙөкләндереүгә, шулай уҡ туристик кәрәк-яраҡ: тюбинг, коньки, кәмә, ҡумта, велосипед, сапборд һәм катамарандар һатып алыуға йүнәлтелгән. Өҫтәмә алты яңы эш урыны ла булдырылды.
Ошондай финанс ярҙамдар Башҡортостандың туристик йәлеп итеүсәнлеген күтәреүгә йүнәлтелгән көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итә, республика буйынса уңайлы һәм ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр өсөн шарттар булдыла. Был мәсьәләне Республика Башлығы Радий Хәбиров даими контролдә тота.
-Төбәктә туризмды үҫтереүҙә «Груздеев усадьбаһы» ял базаһы - тарихи ихата биләмәһендә заманса инфраструктура булдырырға ярҙам иткән дәүләт ярҙам итеүе яҡшы өлгө булып тора, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Әйткәндәй, бер үк ваҡытта «Барский Үреш» ойошмаһы үҙ аҡсаһы иҫәбенә тарихи барин йортон һәм уның 1980 йылдар уртаһына тиклем эшләгән һәм һаҡланған ҡаралтыларын - кләттәрҙе, ат һарайын һәм спирт заводын тергеҙеү менән дә шөғөлләнә. Ял базаһында ҡунаҡтар бөгөн уңайлы йорттар, пляж, ике мунса, бассейн һәм иркен ял итеү зоналары менән ҡуллана ала.