Өфө районы рәссамы Еңеү көнөнә ихатаһында күргәҙмә ойошторған

Таһир Сәйетов Өфө районы Нөрлө ауылында йәшәүселәр өсөн Еңеү көнөнә үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән. Рәссам үҙенең ихатаһында картиналар экспозицияһын ойошторған. Ҡул оҫтаһы һүрәттәр төшөрөп кенә ҡалмай, ағастан төрлө һындар ҙа яһай. Таһир Сәйетов өҫтәмә белем биреү педагогы булып эшләй. Уның ҡулында ағастарға йән өрөлә. Был юлы ул үҙенең эштәрен күрһәтеп кенә ҡалманы, балалар өсөн ағас һырлау буйынса оҫталыҡ дәресе лә уҙғарҙы.

Байрамға урындағы халыҡ, ҡул оҫтаһының дуҫтары һәм туғандары йыйылды. Байрам кәйефе бүләк итеү өсөн үҙешмәкәр ансамблдәр килде. Ҡунаҡтар һалдат бутҡаһы һәм башҡа тәмлекәстәр менән һыйланды. Байрам өҫтәле өсөн рәссамдың тормош иптәше яуаплы. Зәйтүнә Нәзип ҡыҙы менән улар ярты быуатҡа яҡын татыу ғүмер итә.