Сәнғәт академияһы белгестәре әйтеүенсә, иҫке һәйкәлде тергеҙгән хәлдә лә, 80 процентҡа тиерлек, зыян күргән деталдәрҙе яңынан ҡойорға тура киләсәк. Шул уҡ ваҡытта конструкцияның ныҡлығын гарантиялау мөмкин түгел. Оҫтахананы илдең баш ҡала вәкилдәре менән бергә йәмәғәтселәр ҡараны. Улар эштәрҙең үҙ ваҡытында башланыуын билдәләне. Бер нисә аҙна элек Башҡортостан башлығы оҫтаханаға барған саҡта һәйкәлдең әлеге торошона иғтибар итте. Ул уйлағандан күпкә насарыраҡ булыуы тураһында әйтте. Шул саҡта реставрацияны нисек үткәрергә-суйын конструкцияның иҫке деталдәрен тергеҙергәме, әллә скульптураны яңынан бронзанан ҡойорғамы, тигән һорау ҡуйылды.
Хәҙерге технологиялар яңынан ҡойолған скульптурала бөтә нәмәне ваҡ-төйәк деталдәргә тиклем һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә. Тышҡы яҡтан һәйкәл төп нөсхәнән айырылғыһыҙ буласаҡ, ти эксперттар. Монументтарҙың күсермәләрен яһау осраҡтары донъяла киң таралған практика. Бронзанан ҡойолған һәйкәл бер нисә быуат тора ала. Шул уҡ ваҡытта мәҙәни әһәмиәттәге объект булараҡ һаҡлау статусы ла уға күсә.