Заманса күп функциялы комплекс пилот һөнәрен үҙләштерергә теләүселәрҙе уҡыта, кадетттар менән шөғөлләнә.
«Первушин» аэродромы нигеҙендә булдырылған бәләкәй авиация уҡыу-уҡытыу методика үҙәге төрлө проекттарҙы тормошҡа ашыра. Уларҙың береһе-Өфө һәм Ишембайҙағы кадет корпусында тәрбиәләнеүселәр менән шөғөлләнеү, егеттәргә тәүге осоу тәжрибәһен туплау. Яҡын арала кадеттар менән дәрестәр башланасаҡ. Әле комплеста миҙгел-ара эш тамамланған: самолеттар тәртипкә килтерелгән, пилот-инструкторҙар тикшеренеү үткән. Йәмғеһе аэродром паркында 36 һауа судноһы иҫәпләнә.