Ул 15 майҙа билдәләнгән халыҡ-ара ғаилә көнөнә арнала. Саралар милли проектҡа ярашлы уҙғарыла. 17 майға тиклем ҡала һәм райондарҙа акция, осрашыу һәм конференциялар ойошторола. Унда йәш, күп балалы, уллыҡҡа һәм ҡыҙлыҡҡа бала алған ғаиләләр ҡатнаша. Аҙналыҡ дауамында изгелек акцияһы иғлан ителде. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр өсөн балалар әйберҙәре туплана. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, кейем, аяҡ кейеме, коляска, карауат, уйынсыҡтар һәм китаптар ҡабул ителә. Уларҙың таҙа булыуы шарт. Былтыр акция барышында 600-ҙән ашыу ғаилә өсөн ярҙам йыйылған. Халыҡ мебель, көнкүреш техникаһы, спорт йыһаздары килтергән. Әйберҙәр “Ғаилә” үҙәктәрендә туплана.