Мутлашыусылар пенсионерҙың 22 миллион һум аҡсаһын урлаған

Салауатта полиция айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. 64 йәшлек ир дәүләт органдары исеменән шылтыратыусыларға ышанып үҙенең йыйған аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, енәйәтселәр пенсионер менән телефон һәм мессенджерҙар аша бәйләнешкә ингән. Пенсия фонды, күп функциялы үҙәк, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы һәм Федераль именлек хеҙмәте исеменән ялған мәғлүмәттәр биреп уны күндерәләр. Һөҙөмтәлә пенсионер аҡсаһын банк иҫәбенән алып курьер аша тәүҙә 5 миллион, тағы ла 16 миллион һумдан ашыу аҡсаһын мутлашыусыларға тапшыра.