Ярыш оҫталарҙы асыҡлау, һөнәрҙе танытыу, ауыл биләмәләрен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштарҙы күрһәтеү, агротуризмға иғтибарҙы арттырыу маҡсатында үткәрелә. Бәйгелә ауылда эшләгән ҙур һәм бәләкәй предприятиеларҙа хеҙмәт иткән икмәк бешереүселәр ҡатнаша ала. Конкурс ике этаптан тора. Финалға иң яҡшы 20 оҫта һайлана. Заявкалар 20 майға тиклем ҡабул ителә. Ярыштың приз фонды 1 миллион ярым һум.