Ҡандракүл ярындағы ял базаһында мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн шарттар булдырыла

Ҡандракүл ярында урынлашҡан «Урман һәм күл» экобазаһы дәүләттән алған субсидия ярҙамында өҫтәмә модуль йорттар төҙөгән. Комплекс ҡунаҡтарҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итә. Әле биләмәлә барлыҡ уңайлыҡтары булған биш модуль йорт, ике мунса иҫәпләнә, мангал зонаһы, парковка булдырылған. Татарстан республикаһы һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктә урынлашҡанға күрә, ял итеүселәр, башлыса, күрше төбәктәрҙән килә, ти экобаза етәкселеге.

Әле экобаза етәкселеге «туризмды үҫтереүгә субсидия» алыу өсөн документтар туплай. Аҡсалата ярҙамды йорттарҙың береһен үҙгәртеп ҡороу өсөн ҡулланыу күҙаллана. Атап әйткәндә, әле экобаза инвалид коляскаларында хәрәкәт итеүселәрҙе ҡабул итә алырлыҡ шарттар булдырыу өҫтөндә эшләй.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында һорау арта. Шуға күрә йорттарҙың береһен үҙгәртеү, йәғни тупһаны һүтеп, яңынан төҙөү, пандус ҡуйыу, бүлмәләргә киң ишектәр урынлаштырыу ҡаралған. Быларҙың барыһы ла беҙҙең хеҙмәттәр менән ҡулланыу өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.

Айгөл Әхмәҙиева, ял базаһы етәксеһе