Бындай хәлдәр Стәрлетамаҡ, Иглин һәм Әбйәлил райондарында теркәлгән. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, май һәм июнь айҙарында юлдарҙа үтә иғтибарлы булырға кәрәк. Был осорҙа йәш кейек-хайуандар яңы биләмәләргә күсенә. Быйыл республикала ҡырағай хайуандар ҡатнашлығында аварияларҙа 24 мышы, 8 ҡоралай һәм 3 ҡабан һәләк булған.