"Салауат Юлаев" Максим Кузнецов менән контрактты оҙайтты

Ул тағы ике миҙгелгә Өфөлә ҡала. Был турала клубтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.  Максим Кузнецов юлаевсылар составына 2025 йылда ҡушылды. Даими беренселектә 62 уйында 9 шайба индерҙе, 16 һөҙөмтәле пас бирҙе. Плей офта  4 шайба индереп  команданың иң мәргәй уйынсыһы тип танылды.