Башҡортостанда ветеран-яугирҙарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе күтәрелде

Ветеран-яугирҙарҙы эшкә урынлаштырыу, коммерция булмаған социаль ойошмаларға дәүләт ярҙамы, концессия килешеүе буйынса мәктәп төҙөгән ойошмаларҙы һалымдан азат итеү.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Президиумы ултырышында ошо һәм башҡа өлкәләргә ҡағылған ике тиҫтәнән ашыу ҡануни документ ҡаралды. Ултырышы уҙған аҙнала вафат булған спикер Константин Толкачев иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан итеүҙән башланды. Көн тәртибенә ярашлы, парламентарийҙар ауыл старосталары эшмәкәрлеген киңәйтеү, дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу, иноагенттарҙың эшмәкәрлеген сикләү мәсьәләләренә бәйле һорауҙарға туҡталды. Сәләмәтлеге буйынса армияға яраҡһыҙ ир-егеттәргә альтернатив хеҙмәт урындары булдырыу тәҡдимдәре ҡаралды.