Өфө районында урынлашҡан нефть базаһындағы янғында зыян күреүселәр һаны 7 кешегә еткән

Өс хеҙмәткәр дауаханаға оҙатылған. Белгестәр уларҙың хәлен бик ауыр тип баһалай. Ҡазаға тарыусыларҙың береһенең 90 процент тәне бешкән. Тағы ла дүрт кешене әлегә таба алмайҙар. Ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр килеү менән урынға Өфө янғын һүндереү-ҡотҡарыу гарнизоны көстәре һәм средстволары йүнәлтелгән. Утҡа ҡаршы көрәшкә 46 кеше һәм 15 берәмек техника йәлеп ителә. Янғын сығыуға технологик эшмәкәрлектең боҙолоуы сәбәпсе булған. Ваҡиға урынынан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Өфө районында йәшәүселәрҙең иртәһен ғәҙәттән тыш хәл тураһындағы яңылыҡ тетрәтә. Нөрлө ауылы янындағы производство-бүлеү станцияһында технологик эштәр үтәү барышында көслө шартлау яңғырай.

Күп тә үтмәй биләмәне янғын сорнап ала. Янғынға тышҡы факторҙар сәбәпсе түгел. Ғәҙәттән тыш хәл булған урынға махсус хеҙмәттәрҙән башҡа бер кем дә индерелмәй. 800 квадрат метрҙа янғын эҙемтәләрен күләмле һәм оператив бөтөрөү эштәре үтәлә. Ваҡиға шаһиттары Нөрлө ауылында йәшәүселәр. Янғындан сыҡҡан төтөн тиҙ арала тирә-яҡҡа тарала.

Ҡыҙғанысҡа күрә ғәҙәттән тыш хәлдә ете кеше зыян күргән, дүртәүһе хаҡында мәғлүмәт юҡ, ә 3 кеше тиҙ арала республика тән бешеүе үҙәгенә ашығыс ярҙам каретаһында оҙатылған. Уларҙың ғүмере өсөн табиптар көрәшә.

Көн дауамында Нөрлө ауылында республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының күсмә химия-радиометрия лабораторияһы эшләй. Атмосфера һауаһының торошон контролдә тотоу буйынса эш алып барыла.

45 минут һайын һауа пробаларын алып ныҡлы тикшерәбеҙ. Әлеге ваҡытҡа тиклем зарарлы матдәләрҙең концентрацияһы һауала норманан артыҡ тупланыуы асыҡланманы

Эдуард Ғәбдрәхимов, Башҡортостан ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты үҙәгенең граждандар оборонаһы белгесе

Һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, яҡын-тирәләге райондарҙа йәшәүселәргә хәүеф янамай. Хәл ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының айырым контролендә тотола.

Гүзәл Борханова