Һүҙ пар турбинаһын һәм генераторҙы комплекслы алмаштырыу тураһында бара. Яңы ҡоролма иҡтисади һөҙөмтәлелек күрһәткестәрен яҡшыртыу, шулай уҡ генерация ҡеүәттәренең ышаныслы һәм аварияһыҙ эшләүен тәьмин итеү мөмкинлеге бирәсәк. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Йылылыҡ энергетика үҙәгенең 7-се турбоагрегаты 46 йыл эшләгәндән һуң хаҡлы ялға сығарылды. Ошо ваҡыт эсендә ул сәғәтенә 32 миллиард киловат электр энергияһын етештергән. Әле ҡоролма тулыһынса һүтелгән, яңыһын йыя башлауға әҙерлек бара.
Модернизация өсөн барлыҡ ҡоролмалар илебеҙҙең машиналар эшләү предприятиеларында эшләнгән. Төп элементы-пар турбинаһы Екатеринбургтағы «Урал турбиналар заводынан», генератор-Санкт-Петербургтағы «Электросила» ойошмаһынан килтерелә. Реконструкцияның суммаһы яҡынса 4 миллиард һум.
Проект йылылыҡ генерациялауҙы яңыртыу Президент программаһы буйынса тормошҡа ашырыла һәм киләсәкте хәстәрләүгә йүнәлтелгән. Модернизация сиктәрендә энергетика үҙәгенең техник шарттары яҡшыртыла, уның һөҙөмтәлелеге, ышаныслығы һәм ремонтҡа яраҡлылығы арттырыла. Өфөнөң 2-се станцияһындағы яңы турбоагрегат 2027 йылда сафҡа инер тип көтөлә.
Әлегә Башҡортостан генерация компанияһы был программа буйынса 3-әр турбина һәм генераторҙы яңыртҡан. 2031 йылға тиклем тағы ла 8 турбина һәм 4 генератор урынлаштырыу, 2 өр-яңы газ турбинаһы ҡоролмаһын төҙөү планлаштырылған. Быға бәйле мәсьәләләр үткән аҙнала Башҡортостан Хөкүмәтендә ойошторолған инвестиция сәғәтендә лә ҡаралғайны.
Әлфинә Килдейәрова