Өфөлә Волга буйы федераль округының урта һөнәри белем биреү ойошмалары етәкселәре форумы башланды

Эшлекле программаға ярашлы, мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә кадрҙар әҙерләүҙә стратегик йүнәлештәр билдәләнә. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар өсөн республика урта махсус уҡыу йорттарына экскурсиялар ҡаралған. Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында булдырылған һанлы мәғариф мөхите тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән яҙмала.

Деталдәрҙе йыйыуҙан алып урынынан күсереүгә тиклем-аҡыллы станция күп төрлө операцияларҙы үтәй. Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенттары роботтар менән идара итеп, производство процестарын автоматлаштырыуҙа, мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүҙә практик белемен нығыта. Урта махсус уҡыу йортонда егерме оҫтахана булдырылған, уларҙың алтыһы былтыр асылған.

Өфөләге колледж 2025 йылда «Профессионалитет» федераль проектын тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәйҙә иң яҡшы ун урта һөнәри белем биреү ойошмаһы исемлегенә индерелгәйне. Уҡыу йорто базаһында Башҡортостанда һанлы мәғариф үҙәге кластеры ла булдырылды.

Мәғлүмәт кабель селтәрҙәре йүнәлеше буйынса уҡыу йорто студенттары Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә иң көслөләр иҫәбендә. Быйыл «Профессионалдар» чемпионатының төбәк этабы июлдә үтә. Колледж данын ике студент яҡлай. Әле улар әҙерлек алып бара.

Оҫтаханала элемтәнең магистраль участкалары төҙөлә, буласаҡ инженерҙар барлыҡ эш этаптарын ентекле башҡара.

Өфөлә старт алған форумда ла мәғлүмәт технологиялары өлкәһен тәжрибәле белгестәр менән тәьмин итеү мәсьәләһе күтәрелде. Волга буйы федераль округының урта һөнәри белем биреү ойошмалары етәкселәре яңы быуын айти-кадрҙар әҙерләүҙә мөһим йүнәлештәрҙе билдәләне.

Күләмле сара Рәсәйҙең урта һөнәри белем биреү ойошмолары директорҙары союзы башланғысы менән үтә.

Өфөләге форумда мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә иң яҡшы практикалар өйрәнеләсәк, һәр төбәк тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Шулай уҡ сараның эшлекле программаһына ярашлы, Башҡортостандың урта махсус уҡыу йорттарында булып, заманса эш алымдары менән танышабыҙ.

Наталья Золотарёва, Рәсәйҙең урта һөнәри белем биреү ойошмалары директорҙары союзы президенты

Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжын ғына алайыҡ, бында бөгөн мәғлүмәт технологияларының иң алдынғы йүнәлештәре, шул иҫәптән нейроселтәрҙәр өйрәнелә. Йәштәр хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланылған һөнәрҙәрҙе үҙләштерә.

Гөлназ Хәйбуллина