«Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» конкурсында яугирҙар өсөн яңы номинация асылды

«Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» конкурсында быйыл махсус хәрби операция ветерандары ла ҡатнаша. Яугирҙар өсөн «Икенсе старт» тип аталған махсус номинация индерелгән. Эшсе профессияның абруйын күтәреүгә махсуслашҡан һөнәри бәйгенгең һайлап алыу этабы бара.

Конкурс 25 төп һәнәр буйынса уҙғарыла. Федераль этап ошо йылдың өсөнсө кварталында үткәрелә. Еңеүселәр 1 миллион һумға тиклем аҡсалата бүләк аласаҡ. Яңы индерелгән номинация махсус хәрби операция ветерандарының мәшғүллеген тәьмин итеү мәсьәләһен дә хәл итергә ярҙам итәсәк.