Башҡортостан юлдарында ҡырағай йәнлектәр ҡатнашлығында авариялар күбәйгән

Ҡоралайҙар күпләп тапала. Йыл башынан республика юлдарында ҡырағай йәнлектәр ҡатнашлығында 100-ҙән ашыу авария теркәлгән. Ваҡиға урынында бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Айырыуса яҙ көнө ҡоралай, мышы, ҡабандар ҡатнашлығында авариялар һаны арта, сөнки йәнлектәр аҙыҡ эҙләп трасса, юл буйҙарына килеп сыға. Ҡырағай йәнлектәрҙе тапаған осраҡтарҙа күпме штраф ҡаралған һәм ваҡиға урынында ниндәй белгестәрҙе ярҙамға саҡырырға? Яуаптарҙы БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова асыҡларға тырышты.

Машина тапаған ҡырағай йәнлектәр һаны көндән-көн арта. Май байрамдары осоронда ғына төбәк юлдарында ете ҡоралай тапалған. Бынан тыш, мышылар, ҡабандар һәм башҡа йәнлектәр тәгәрмәс аҫтына эләгә. «Пин һәм Пуф» реабилитациялау үҙәгендә Дмитрий Стрельников авария урындарына сығып йәнлектәрҙе ҡотҡарырға тырыша. Әммә күп осраҡта ярҙамға килеү мөмкин түгел. Водителдәр ваҡиға урынынан ҡасып китә. Һәләк булған йәнлектәрҙе ирекмән үҙ аҡсаһына крематорийға алып бара.

Ҡырағай йәнлектәр ҡатнашлығында авариялар һаны яҙ көнө күпләп теркәлә. Был осорҙа йәнлектәр инәләренән айырылып үҙаллы йәшәргә өйрәнә, шуға ла тәжрибәһе булмағандан ҡапыл юлға килеп сыға. Быйыл ҡоралайҙар популяцияһы күп булыуы күҙәтелә. Тәбиғи күренешкә яҙлы-көҙлө миграция, климат шарттары үҙ йоғонтоһон яһай.

Йыл башынан төбәк юлдарында 100-ҙән ашыу авария теркәлгән. Ваҡиға урынында бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Һәләк булған ҡоралай, мышы, ҡабандар һаны өс тиҫтәнән ашыу һәм статистика күрһәткестәре аҙна һайын күбәйеп тора.

Флорида Миһранова