Быйыл Башҡортостан вуздарында 11 меңдән ашыу бюджет урыны ҡаралған

Абитуриенттар өсөн ҡыҙыу осор яҡынлаша. 20 июндә ҡабул итеү кампанияһы старт ала. Барлыҡ юғары уҡыу йорттарында ла контроль һандар, ҡағиҙәләр, өҫтәмә имтихандар билдәләнгән. Документтарҙы тапшырыуға, маҡсатлы йүнәлтмәләргә бәйле үҙгәрештәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Аделия Юнысова ун беренсе синыфты тамамлағандан һуң,Башҡорт дәүләт медицина университетының медицина колледжына уҡырға ингән. Ҡала һәм республика дауаханаларында практика үткән осорҙа ул ҡайһы йүнәлеш буйынса эшләргә теләүен дә асыҡлаған, яман шеш менән сирләгән пациенттарға ярҙам иткеһе килә.

Урта махсус уҡыу йортонан һуң профиль буйынса уҡыуҙы дауам иткән осраҡта юғары уҡыу йорто имтихандарын ғына тапшырырға кәрәк.

Башҡортостандың Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары ҡабул итеү кампанияһына тулыһынса әҙер. Быйыл специалитет һәм бакалавриатҡа ғына 11 меңдән ашыу бюджет урыны ҡаралған.

Абитуриенттар бер юлы биш вузда бишәр йүнәлеш һайлай ала. Документтарҙы бынан ары юғары уҡыу йорто сайты аша ебәреп булмай, ғаризалар дәүләт хеҙмәттәре порталындағы махсус сервис, йә почта аша ҡабул ителә. Шулай уҡ комиссияға шәхсән килергә мөмкин. Тағы ла бер төп үҙгәрештәрҙең береһе маҡсатлы уҡыу буйынса квотаға бәйле.

Башҡортостан башлығы Указына ярашлы, маҡсатлы йүнәлтмә буйынса педагог һөнәрен үҙләштереүселәргә республиканан өҫтәмә ярҙам сараһы ла ҡаралған.

Федераль министрлыҡ тарафынан быйыл «Тынлыҡ көнө» лә индерелә. Рәсми бойороҡ сыҡҡан даталарҙа абитуриенттар уҡырға инергә ризалыҡтарын һәм ғаризаларын үҙгәртә алмаясаҡ, үҙгәреш юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәрҙең исемлектәрен дөрөҫ итеп төҙөргә ярҙам итәсәк.

Гөлназ Хәйбуллина