«Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркына тағы ла алты зубр-биш инә һәм бер ата мал килтерелгән

Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеп, Беловежск ҡарурманынан килтерелгән малҡайҙар өсөн партнерҙар-GRASS һәм RWB компанияларына рәхмәт белдергән.

«Хәҙер республикала был хайуандарҙың популяцияһы 31-гә етте. Улар араһында Башҡортостанда тыуған быҙауҙар ҙа бар. 2030 йылға зубрҙар һаны 50-гә етер, тип планлаштырабыҙ. Күп тапҡырҙар әйтеүемсә, беҙ»Экологик именлек«милли проекты сиктәрендә биологик төрлөлөктө һаҡлау буйынса мөһим дәүләт мәсьәләһе менән шөғөлләнәбеҙ. Шулай уҡ тәбиғәткә бурысыбыҙҙы ҡайтарабыҙ. Кеше ғәйебе буйынса зубрҙар юҡҡа сығыу сигенә етә, 20 быуат башында улар ҡырағай тәбиғәттә тулыһынса ҡырылып бөтә. Советтар Союзы тәүгеләрҙән булып уларҙы тергеҙеү үҙәгенә әүерелә һәм әле беҙ ошо эште дауам итәбеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәм, Башҡортостан илебеҙҙең Беловежск ҡарурманынан килтерелгән зубрҙар иректә йөрөгән берҙән-бер төбәге. Уларҙы үҙ күҙҙәрең менән күрергә мөмкин. Мораҙым тарлауығына рәхим итегеҙ!» тип яҙған Радий Хәбиров.