Башҡортостанға хантавирус янамай

Был турала Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов белдерҙе. Баш инфекционист әйтеүенсә, хантавирус шул уҡ сысҡан биҙгәге. Кимереүселәр таратҡан сирҙең һәр илдең үҙенсәлегенә ҡарап 50 төрө билдәле. Беҙҙә ул сысҡан биҙгәге булараҡ таралған. Ә сит тарафтарҙан үтеп ингән хантавирус беҙҙә тарала алмай, тине Азат Мөхәмәтйәнов.