Башҡортостанда аттракциондарҙың хәүефһеҙлеген тикшерәләр

Ял фажиғәгә килтермәһен өсөн. Башҡортостанда йылы көндәр башланыу менән аттракциондар ҙа эшләй башланы. Әммә ҡоролмаларҙың барыһы ла тикшереү һәм дәүләт теркәлеүе үткәнме? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

Стәрлетамаҡ аттракциондарының береһендә ял итеү дауахана койкаһына алып килә. Күп һанлы тән йәрәхәттәре алған 12 йәшлек Артем санитар авиация менән Республика балалар клиник дауаханаһына килтерелә.

Ҡабырсаҡ кеүек аттракцион. Беҙ биш кеше ултырған инек, оператор «берәүгә биш кеше ултырырға ярамай, иң күбе-4 кеше» тине. Беҙ күсеп ултырып өлгөрмәнек атракцион эшләй башланы.

Артём Сәфәрғәлиев

Артемдың ярты кәүҙәһе аттракцион аҫтында ҡала. Әле үҫмер үҙаллы хәрәкәт итә алмай, уны алда оҙайлы дауаланыу көтә. Атракциондар шатлыҡ һәм ыңғай тәьҫораттар бирә, һәм һәр бала өсөн паркка барыу ысын байрам булып тора. Әммә күңел асыу Артемдыҡы кеүек аяныслы тамамланыуы ла ихтимал.

Башҡортостан үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты Өфө парктарының береһендә тикшереү ойошторҙо. Әле бында аккредитацияланған лаборатория аттракциондарға һынау үткәрә.

Иғтибар үҙәгендә-«Марс» аттракционы. 32 урынға иҫәпләнгән ҡоролма 360 градусҡа тиклем әйләнә ала. Техник талаптар буйынса ул РБ-1, йәки иң хәүефле ҡоролма тип һанала. Тикшереү барышында беркетеү ҡайыштарының төҙөклөгө ҡаралды.

Һәр ҡатмарлы ҡоролма кеүек, дөрөҫ эшләмәгән осраҡта аттракциондар ял итеүселәр һаулығына хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә тәүҙә майҙансыҡҡа инеү урынындағы стендта урынлаштырылған ҡағиҙәләр менән танышырға кәрәк. Уларҙа йәш, буй, ауырлыҡ буйынса сикләүҙәр, шулай уҡ аттракционда үҙеңде тотоу талаптары күрһәтелә.

Батуттар ҙа техник тикшереү һәм дәүләт теркәүе үтергә тейеш. Һынау лабораторияһы хеҙмәткәре ҡоролманың эске һауа баҫымын һәм ни тиклем ныҡлы беркетелгәнен ҡараны.

Әлфинә Килдейәрова