Ишле һәм талантлы ғаиләләр Өфөнөң Затон биҫтәһенә йыйылды. «Тулҡын» ял паркында ғаилә ансамблдәренең «Ҙур һәм талантлы ғаилә» асыҡ ҡала фестиваленә йомғаҡ яһалды. Сара башҡаланың Ленин районы башҡорттары ҡоролтайы һәм муниципаль берәмек тарафынан ойошторолған. Әммә фестиваль ҡала кимәлендә генә сикләнеп ҡалмай, унда республиканың төрлө төбәктәренән, хатта сит өлкәләрҙән дә ғаиләләр ҡатнаша. Гала-концерттан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Затон биҫтәһендәге «Тулҡын» паркы йыр-моңдан яңғырап тора, бында республиканың төрлө төбәктәренән килгән һәләтле ғаиләләр сығыш яһай. Улар ҡул эштәре күргәҙмәһе лә әҙерләгән.Стәрлетамаҡтан Ишмөхәмәтовтар ғаиләһе быуындар бәйләнешен һаҡлап шәжәрәләр төҙөй, традицияларҙы һаҡлай, боронғо йолаларҙы, кәсептәрҙе тергеҙә. Артур менән Гөлсөм башҡорт милли кейемдәрен теккәндә, биҙәүестәр яһағанда тарихи сығанаҡтарға таянып эшләй. Улар фестивалдә «Иң яҡшы ғаилә кәсебе» номинацияһында еңеү яуланы.
«Ҙур һәм талантлы ғаилә» асыҡ ҡала фестивалендә республиканың төрлө төбәктәренән һәм Силәбе өлкәһенән ике тиҫтәгә яҡын ғаилә ҡатнашҡан. Жюри ағзалары әйтеүенсә, ғаиләләр конкурсҡа етди әҙерләнгән, милли костюмдар тектергән, бай йөкмәткеле программа туплаған. Шуға күрә еңеүселәрҙе билдәләү еңел булманы, ти Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов.
«Ҙур һәм талантлы ғаилә» асыҡ ҡала фестивале Өфөнөң Ленин районы башҡорттары ҡоролтайының бренд сараһы. Уны ойоштороуҙа Ленин районы хакимите лә әүҙем ҡатнашҡан. Сара беренсе тапҡыр ғына уҙғарылыуға ҡарамаҫтан ғаиләләр араһында ҙур ҡыҙыҡһыу уятты һәм республика кимәленә сыҡты, ти ойоштороусылар.
Еңеүселәр биш номинация буйынса билдәләнде. Ә фестивалдең гран-приһына Баҡалы районынан Ханнановтар ғаиләһе лайыҡ булды, ғаилә музыка ҡоралдарында юғары професссиональ кимәлдә уйнауы менән барыһын да әсир итте.
Ойоштороусылар фестивалде йыл һайын ойоштороға ниәтләй, талантлы ғаиләләр, ғаилә ансамблдәре бар икән уларҙы ҙур сәхнәгә сығарыу, дәртәлндереү мотлаҡ, ти улар.
Ишле һәм өлгөлө ғаиләләр-йәмғиәттең нигеҙе, республиканың хазинаһы. Заманалар үҙгәреүгә, белем биреү системаһы камиллашыуға ҡарамаҫтан, кешегә төп рухи ҡиммәттәр, ғилемгә ынтылыш, илгә, телгә, хеҙмәткә, ижадҡа һөйөү ғаиләлә һалына. Ғаилә быуындар күсәгилешлеген һаҡлаусы сылбыр булып тора. Шуға күрә 2026 йылдың Башҡортостанда «Ҙур һәм татыу ғаилә йылы» тип иғлан ителеүе осраҡлы түгел, урындарҙа үткән саралар иһә ғаиләләргә иғтибарҙы арттырыға, өлгөлө матур ғаилләрҙе танытырға булышлыҡ итә. Өфөнөң Ленин районы башҡорттары ҡоролтайы ойошторған фестиваль шуға асыҡ миҫал.
Р.Кәримова