Был эш автоматик тәртиптә башҡарыла. Дәүләт Думаһы ошо турала закон ҡабул итте. Проект авторҙары әйтеүенсә, килешеүҙе оҙайтыу өсөн фронттан ҡайтып йөрөү мөмкин түгел. Шуға ҡуртым буйынса килешеү ваҡыты сикләнмәй. Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға булышлыҡ итеү өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған.