Сара ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында уҙғарыла. Хәрби әҙерлекте һынау Рихард Зорге, Шәфиев урамдары һәм “Аҡсарлаҡ” балалар һауыҡтырыу лагеры янындағы майҙансыҡта ойошторола. Күнекмәләр өсөн махсус ауыр техника йәлеп ителә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе хәбәр итеү аппараттары ҡулланыла.