Башҡортостан мәктәптәренә Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройы исемдәре бирелде

Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Яңауылдың 1-се мәктәбе Рәсәй Геройы Станислав Большаков, Стәрлетамаҡ районының Яңы Федоровка ауылы мәктәбе Советтар Союзы геройы Илья Трушков, Илеш районының Андреевка ауылы мәктәбе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Гавриил Локтев исемен йөрөтәсәк.