Башҡортостан сит илдәргә иген һата

Быйыл 138 мең тонна тауар оҙатылған. Был уҙған йылдың тәүге айҙарындағы менән сағыштырғанда бер ярым тапҡырға күберәк. Башлыса бойҙай, етен, арпа, рапс, борсаҡ экспортланған. Беҙҙең республика продукцияһын Әзербайжан, Беларусь, Грузия, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Төркиә, Үзбәкстан күпләп алған. Был турала Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итәләр.