Өфө кадеттары Хәтер парадында ҡатнашҡан өсөн наградаланды

Улар Башҡортостан ғорурлығы, киләсәктә Ватанды һаҡлаусылар. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре-буласаҡ хәрби осоусылар, оборона министрлығы училищелары һәм академиялары курсанттары. Өфөнөң Совет майҙанында беҙҙең кадеттарға наградалар тапшырылды. Бындай баһаға улар былтыр көҙ Һамарҙа ойошторолған Хәтер парадында ҡатнашыуы өсөн лайыҡ булды. Тантана 1941 йылдың 7 ноябрендә, Бөйөк Ватан һуғышы башында, СССР-ҙың запас баш ҡалаһы Куйбышевта үткән хәрби парад иҫтәлегенә үткәрелә.

Беҙҙең егеттәр был сарала «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе ярҙамында ҡатнаша. Үҫеп килгән йәш быуынға уңыштар һәм изгелек теләйем!, тип яҙған социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы. Хәтер Парады былтыр 15-сы тапҡыр уҙғарылды. Республика кадеттары Куйбышев майҙаны буйлап тантаналы марш менән үтте, юғары әҙерлек кимәлен күрһәтте.